Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Администрация городского округа город Агидель Республики Башкортостан

Ағиҙелдә ҡышҡы фонтан

13 Января 2021
8
0

Бөтә Рәсәй конкурсында яуланған еңеү һөҙөмтәһендә Ағиҙел ҡалаһында яңы арт-объект барлыҡҡа килде. Ул республикала берҙән-бер булыуы менән үҙенсәлекле. Төбәктә эшләнгән проекттар тик бының менән генә сикләнмәй. Быйыл тормошҡа ашырыласаҡ эштәр ҙә күп. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ағиҙел ҡалаһындағы төҙөк ихата. Ҙур ҡалалар көнләшерлек заманса балалар майҙансығы, машина өсөн иркен парковка, тротуар, эскәмйәләр. Бындай йәнлелекле күп ҡатлы йортта йәшәүселәр ҙур түҙемһеҙлек менән көткән. Биләмә былтыр «Башҡорт ихаталары» республика программаһы сиктәрендә танымаҫлыҡ булып үҙгәрә. Объект өҫтөндә эш ярты йыл самаһы дауам итеп, республикала беренселәрҙән булып файҙаланыуға тапшырыуға ирешә.

Ағиҙелдәр бындай күләмле ремонт эштәрен Совет йылдарын, дөрөҫөрәге ҡалаға нигеҙ һалынғандан алып күргәне булмаған. Быйыл республиканан аҡса бүленеүгә ҡарап, тағы ла өс ихатаны тәртипкә килтереү планлаштырыла.

Ике өлөштән торған объекты быйыл июнь аҙағында файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Беренсе этап тамамланған тип әйтергә кәрәк. Ул Ағиҙел үҙәгендәге ҡышҡы фонтан. Республика ҡала-райондары өсөн ят арт-объект булдырылыуға Бөтә Рәсәй конкурсындағы еңеүе булышлыҡ итте. Төрлө төҫтә янған фонтан видеоинсталляция менән оҙатылып бара. Ошо рәүешле, уның бар матурлығы сағылыш таба. Ә йәй көндәрендә тағы ла йәмлерәк булыр тип көтөлә.

Ҡалалағы эштәр тик бының менән генә сикләнмәйәсәк. Былтыр ағиҙелдәр Сочиҙа үткән Инициативалар стратегия агентлығы конкурсында ҡатнашып, 37 команда араһында икенсе урын яулай. Уның һөҙөмтәһендә ҡала тағы ла яңырыу кисерәсәк.

Атом ҡала булараҡ нигеҙ һалынған Ағиҙелдә ҙур предприятиелар булмаһа ла, йәшәү өсөн бар шарттар ҡаралған. Эшкә килгән медицина белгестәре өсөн урында «Ауыл табибы» программаһы эшләй. Ҡала хакимиәте миллион һумға өҫтәп фатир ҙа бирергә әҙер. Инвесторҙарға Ағиҙел бөтөнләй охмаж еренә тиң. Файҙаланылмаған инженер селтәрҙәренән тыш, ҡала инфраструктураһы бар мөмкинлектәр булдырыуға ла юл аса.

Источник: https://bash.news/bash/news/142352-agizelde-kyshky-fontan